Өй эштәрен әҙерләүҙе нисек ойошторорға?

     Өй эштәрен намыҫ менән, тырышып, еренә еткереп эшләү уҡыусыларҙың мәктәптә дәрес ваҡытында алған белемдәрен нығытырға һәм тәрәнәйтергә ярҙам итә, эшләй белеү күнекмәләрен үҫтерә һәм камиллаштыра.Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй.Сисемалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәрен хеҙмәтләндереүҙең билдәләнгән бер ваҡытын булдырыуҙан башлана.Б Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай.Билдәле булыуынса, өй эштәрен бер үк сәғәттә әҙерләргә ғәҙәтләнгән уҡыусыларҙың организмдары ошо ваҡытҡа кире аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә әҙер булып тора. Күп кенә ваҡыт шуны күҙәтергә була, уҡыусы дәрес әҙерләргә ултырғас та, иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була:йә уның ҡәләме булмай,йә линейкаһы янында булмай, йә юйғыс кәрәк.Быға ваҡыт китә, ә иң мөһиме- был уҡыусының иғтибарын сит эштәргә йүнәлтә.Ваҡытты файҙалы ҡулланыҙың бер юлы-эш урынында тәртип булдыррыға кәрәк. Унда иғтибарҙы ситкә йүнәлтә торған бер генә артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Баланың өй эшен эшләү урыны уңайлы булырға тейеш.

  Ата-әсәләрҙән йыш ҡына:” Өй эштәрен ниндәй тәртиптә эшләргә һуң: башта телдән үтәп,һуңынан яҙма эштәрҙәнме,еңелдән башларғамы, әллә ауырҙанмы?”- тигән һорауҙарын ишетергә тура килә. Юыға универсаль яуап биреп булмай, сөнки яңы материалды ҡабул иткәндә лә, иғтибарлыҡтың тотороҡлоғонда ла, бер эштән икенсе эшкә күскәндә лә балаларҙың һәр береһенең индивидуаль айырмаһы була.

  Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2 кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә.Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.

   

 

                              Ата-әсәләр ҡолағына

*Барыһынан да бигерәк, балағыҙға бер ҡасан да, бер ниндәй хәлдә лә таныш булмаған кешеләрҙән тәм-том әйберҙәре, аҡса ниндәй ҙә булһа бүләк алырға, шулай уҡ үҙе, ғаиләһе һәм өйө тураһында һүҙ башларға ярамағанлығын аңлатығыҙ.Балаларҙың иғтибарын йәлеп итергә тырышыусы енәйәтселәрҙең “эш методы” бер үк:эт йәки башҡа хайуанды күрһәтеү йәки табырға ярҙам итеү, кәнфит, шоколад, һағыҙ, уйынсыҡ биреү кеүек мауыҡтырғыс тәҡдимдәр.

* Биш йәштән бәләкәйерәк балаларҙың өҫ кейеме эсенә фамилияһын, исемен һәм йәшен күрһәтеп яҙылған туҡыма киҫәге тегеп ҡуйырға кәрәк.

* Балағыҙҙы ишектәге “күҙ”ҙән файҙаланыу ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ.Әгәр “күҙ” аша тышҡы яҡта бер кеше лә күренмәһә, ишекте асмаҫҡа кәрәк.

 

 

     Насар компания үҫмерҙәр өсөн генә тип уйлаһағыҙ- яңылышаһығыҙ. Беренсе класс уҡыусылары өсөн дә насар дуҫтар шулай уҡ ҡурҡыныс.

    Шулай итеп, тәртипле, аҡыллы тип йөрөгән малай сығырҙан сыҡҡан хулиганға, ә тыйнаҡ, оялсан ҡыҙ тупаҫ, оятһыҙ “әхирәт” кә тап булырға мөмкин.Әлеге “дуҫлыҡ” ҡа ҡаршы сығып ҡына нәтижәгә ирешеп булмаясаҡ. Шуға күрә, баланың үҙен кешеләрҙе танырға өйрәтеп ҡарарға кәрәк:

1.Балағыҙҙың дуҫтары менән танышығыҙ.Бының өсөн уларҙы өйөгөҙгә саҡырығыҙ.

2.Мәктәп, дуҫтар тураһында бала менән күбәрәк һөйләшегеҙ, ҡыҙыҡһынығыҙ, әммә балағыҙҙың дуҫтары хаҡында насар һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылығыҙ, киреһенсә, баланың үҙенә дуҫы эшләгән батырлыҡ тураһында уйланырға тәҡдим итегеҙ. Мәҫәлән, ул уҡытыусыға тупаҫ яуап ҡайтарған, ти. “Әгәр уҡытыусы урынында һинең апайың йәки әсәйең булһа, ни эшләр инең?”- тигән һорау биреп ҡарағыҙ.

3.Әгәр инде дуҫлыҡ кәрәгенән артыҡ икән, балағыҙҙы төрлө секцияларға, түңәрәктәргә яҙығыҙ.Уның хулиган дуҫы менән аралашырға ваҡыты әҙәйәсәк һәм дуҫлыҡ үҙенән үҙе һүнәсәк.

 

------------------------------------------------------------------------------------------------------------

   1.      Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.

2.      Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.

3.      Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.

4.      Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.

5.      Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.

6.      Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.

7.      Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.

8.      Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.

9.      Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.

10.  Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.

11.  Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.

12.  Баланы кәмһетмәгеҙ.

13.  Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.

14.  Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.

15.  Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.

16.  Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.

17.  Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

 

 

Скачать
Десять советов родителям.docx
Microsoft Word документ 14.2 KB
Скачать
Как научить ребёнка слушать.docx
Microsoft Word документ 17.2 KB