Дөрөҫ тын алыу күнекмәләре.

 

1.Танау менән тын алып, ссс,ҫҫҫ,,ззз,ҙҙҙ,жжж, шшш өндәрен сығарыу.

2.Бер тында  кҡ  сҫ  нң  зҙ  гғ  хһ  өндәрен әйтеү.

3.Һуҙынҡыларҙы йырлау  ааа  әәә  ооо өөө ууу үүү иии ыыы эээ

 

Ҡарағыҙ әле күпме матур сәскәләр үҫә икән бында, килегеҙ яҡыныраҡ сәскәләрҙе еҫкәп, урман еҫен тойоп ҡалайыҡ .

 

Сәскә.

Яйлап ҡына сәскә еҫкәгән кеүек тын алабыҙ һәм тынды сығарабыҙ.

Сәскәләр өҫтөндә нимәләр осоп йөрөй ул? Эйе, бал ҡорттары. Әйҙәгеҙ бал ҡорттарын ҡыуып алайыҡ, беҙҙе сағып ҡуймаһындар.



Бал ҡорто

Тәрән итеп тын алабыҙ ҙа, тынды ҡапыл ғына , бал ҡортон ҡыуған шикелле,сығарабыҙ



Аттар кешнәгән тауыш ишетелә.

Ҡарағыҙ әле, балалар. Анауында ғына аттар үлән ашап йөрөйҙәр, беҙ ҙә ат булып уйнап алайыҡ әле.

Аттар.

Тәрән итеп тын алабыҙ һәм тынды аттар кеүек пырылдатып, ирендәрҙе ҡалтыратып сығарабыҙ.

---------------------------------------------------------------------

-  Тәҙрәнән тышҡа күҙ һалығыҙ әле. Урамда миҙгелдең иң матур мәле. Ә хәҙер күҙҙәрегеҙҙе йомоп, уй менән ошо тәбиғәт донъяһына сумайыҡ.

-  Тышта ҡар яуа,ҡар бөртөктәре ашыҡмай ғына ергә ҡойола. Әйҙәгеҙ, уларҙы усыбыҙға ҡундырайыҡ. Ә хәҙер тәрән һулыш алып, уларға өрәйек. Көслөрәк, тағы көслөрәк...

-  Ҡар бөртөктәре шундай матур. Улар осҡанда нимәгә оҡшаған?(Йондоҙға, күбәләктәргә.)

 

            Ә улар ниндәй була?( Йомшаҡ, шаян, күпереп тора, ап-аҡ һ.б.)