МИН - УҠЫТЫУСЫ (ЭССЕ)

Уҡытыусы... Күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм кешелеккә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә... Ысынлап та, ябай һүҙ түгел был... Уҡытыусы эше ҙур сабырлык, түҙемлелек, зыялылыҡ, балаларға ҡарата оло һөйөү һәм һайлаған һөнәргә сикһеҙ бирелгәнлек талап итә. Замана күҙлегенән ҡарағанда, башҡорт теле уҡытыусыһы сәйәсәтсе лә, иҡтисадсы ла, эшмәкәр ҙә түгел, ул – милләтте тарҡалыуҙан һаҡлап тороусы, милләттең  киләсәген булдырыусы. Уҡытыусы киләсәккә өмөт менән ҡарамаһа, йәш быуында өмөт булмаясаҡ. Уның төп бурысы – уҡытҡан уҡыусыларының донъяһын яҡтыртыу, уларҙың аҡылын, аң-кимәлен үҫтереү.

Тормошто яҡшылыҡҡа үҙгәртеүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, кескенә сабыйҙарҙан ҙур Шәхес үҫтереүсе, оло тормошҡа юл күрһәтеүсе - ул уҡытыусы. Һәр кеше был донъяла уҡытыусы була ала микән? Минеңсә, юҡтыр. Сөнки әлеге бөйөк һөнәргә иң-иңдәре, белемле, бала йәнле һәм киң күңелле кешеләр генә лайыҡтыр.

Бала саҡтан уҡ мине был маҡтаулы һәм мөһим һөнәр ҡыҙыҡһындырҙы. Өйҙә күрше балаларын, уйынсыҡтарымды “уҡыттым”: дәфтәрҙән журнал яһап, билдәләр ҡуя, яңы теманы “аңлата” инем. Бала саҡтағы ошо хыялдар мине Башҡорт дәүләт педагогия институтына килтерҙе. Кескенәнән хыялланған теләгемә ирештем. Мин – уҡытыусы.

Уҡытыусы хеҙмәтемде Благовар районы Күсәрбай ауылында башланым һәм Языков ауылында дауам итәм. Бына 17 йыл инде минең бөтә тормошом, эшем балалар менән бәйле. Улар менән бергә  мин дә йылдан-йыл “үҫәм”, аҡыл,  тәжрибә туплайым.

Мин һәр ваҡыт алдыма маҡсат ҡуйып, шуға ынтылып йәшәргә тырышам. Шуға күрә тормош девизым да “алдыңа маҡсат ҡуй һәм уға өлгәшер өсөн барыһын да эшлә”, булып яңғырай. Маҡсатым – уҡыусыға үҙен, тәүге һәм иң мөһим асышын – һәләтен табырға ярҙам итеү. Был минән белем, педагогик оҫталыҡ талап иткәнен яҡшы аңлайым.Әммә бер нәмә лә еңел бирелмәй, бының өсөн тырышырға, эшһөйәр, ныҡышмал булырға кәрәк. Ысынлап та, уңышҡа ирешеү өсөн, иң беренсе сиратта, дөрөҫ итеп маҡсат ҡуйырға кәрәк. Әгәр маҡсатты уҡыусыларға мин әйтәм икән, был – минең маҡсат, минең юлым, улар үҙ юлдары өсөн маҡсатты үҙҙәре билдәләргә тейеш. Ошонан ижадилыҡҡа бер аҙым яһала, сөнки һин алдыңа маҡсат ҡуйғанһың икән, уға ирешеү юлдарын һайлау инде һинән тора. Замана талабы буйынса, теләһәң, теләмәһәң дә, фәнгә, телгә һөйөү уятыу өсөн яңы методик алымдар эҙләргә тура килә. Дәрестә балаларға белем биреүҙең яңы формаларын, алымдарын, стандарт булмаған эш төрҙәрен һәм белемде нығытыу буйынса ҡыҙыҡлы уйындар эҙләп табыу миндә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһон уята. Дәрестә бәләкәй генә булһа ла еңеүгә өлгәшкән, ижадҡа тартылған һәм хаталаныуҙан тартынмаған уҡыусыларымды күреп шатланам. Күҙҙәрендә фәнгә, башҡорт теленә  ҡарата булған ҡыҙыҡһыныу осҡоно сағылған, нимәлер һорарға, әйтергә теләгән балалар уратып алғанда, күңелдәрҙә тыуған хис-тойғоларҙы әйтеп тә, аңлатып та булмай. Тап ошо ваҡытта үҙеңдең балаларға кәрәклегеңде, һинең хуплау, маҡтау һүҙҙәреңә мохтаж булыуҙарын аңлайһың.

Минеңсә, бары тик индивидуаль яҡын килеп эш иткәндә генә уҡытыусы уҡыусыларында үҙ фәненә ҡарата мөхәббәт уята, тормошҡа яраҡлы шәхестәр тәрбиәләй, ҡыуаныслы нәтижәләргә ирешә ала..  Баланың  береһе уҡытыусы әйткән һүҙҙе шул миҙгелдә үк “эләктереп” алһа, икенсеһенә бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк, ә өсөнсөһө иһә, күнегеүҙәр эшләү, проблемалы хәлдәрҙе сисеп кенә теманы аңлауға ирешә. Шуның өсөн дәрес темаһын аңлатҡанда төрлө алымдар ҡулланам. Урта кластар менән традицион дәрестәрҙән тыш, уйын  - дәрес, практикум - дәрестәрҙе  отошло тип тапһам, юғары класс уҡыусылары өсөн дәрес – дискуссия, конференция, семинарҙар үткәреүҙе юғары нәтижәгә ирешеүҙең бер юлы тип һанайым.

Үҙем һайлаған хеҙмәт юлымда дөрөҫ һәм нәтижәле маҡсат ҡуйыуым, миңә киләсәктә эшләргә көс, сәм өҫтәй, башҡорт теленең киләсәге барлығына өмөттө һүндермәйенсә йәшәргә дәрт бирә.